Башҡортостан Башлығы 18 мартта уҙған хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдереүенсә, республика Өфө өсөн ҙур һыйҙырышлы автобустар һатып алырға ниәтләй.
«Беҙ бәләкәй ҡалаларға һәм ауыл биләмәләренә урта һәм аҙ һыйҙырышлы 250 автобус тапшырыу эшен тамамланыҡ, шулай уҡ туристар өсөн автобустар һатып аласаҡбыҙ», - тип билдәләне транспорт министры Александр Клебанов.
Бер нисә көн элек, 14 мартта, «Башавтотранс» филиалдарының «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса илебеҙҙә сығарылған «ВЕКТОР NEXT 7.6» маркалы 159 яңы автобус алыуын хәбәр иткәйне.