Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2024, 05:02

Йәштәр нисек һайлай?

Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостанда Йәштәр йәмәғәт палатаһының рәйесе Зарина Ғәзизова, һайлау участкаһы сәркәтибе Илнур Рамаҙанов йәштәрҙең нисек һайлауы хаҡында һөйләне. 

Йәштәр нисек һайлай?Йәштәр нисек һайлай?
Йәштәр нисек һайлай?

– Беҙҙең ил ауыр осор кисерә. Шуға ҡарамаҫтан йәштәр Рәсәйҙә барған хәлде яҡшы аңлап,һайлауға күп килә. Беҙ үҙебеҙ бәләкәй саҡта ла ата-әсәйҙәр менән матур кейемдәребеҙҙе кейеп, байрам кеүек ҡабул итә торғайныҡ. Әле лә был традиция дауам ителә, был социаль селтәрҙәрҙә ҡуйылған фотоларҙан күренә, – ти Зарина Шәфҡәт ҡыҙы.

Ул йәштәрҙең һәр яҡлап та әүҙем булыуын, төрлө гранттарҙа ла әүҙем ҡатнашыуҙарын да, ирекмәнлек эше шөғөлләнеүҙәрен дә белдерҙе.

– Һайлау һәйбәт бара. Йәштәр шәмбе көнө айырыуса күп булды. Беҙҙең участкала йәштәрҙең 38 проценты тауыш бирҙе. Ике көн буйынса беренсе тапҡыр һайлаусыларҙың 45 проценты тауыш бирҙе. -Һайлау участкаһында төшкән тиклем  70-80-се йылдар музыкаһын ҡуйһаҡ, төштән һуң 90-сы, әлеге хиттарҙы ҡуябыҙ, – ти Илнур Венер улы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас