Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2024, 09:08

Республикала ил президентын һайлауҙа 2,1 миллиондан ашыу кеше тауыш биргән

Был электораттың 71,89 проценты тигән һүҙ.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов Рәсәй президентын һайлауға арналған махсус брифинг барышында 17 мартта иртәнге сәғәт 12-гә республикала 2 миллион 115 мең 242 кешенең тауыш биргәнен хәбәр итте.

Уның билдәләүенсә, был республикалағы барлыҡ һайлаусыларҙың 71,89% тигән һүҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Рәсәйҙә халыҡтың 61,37% һайлауҙа ҡатнашҡан.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас