Ул Өфө ҡалаһында Комсомол урамы, 167/2 адресы буйынса урынлашҡан. Был хаҡта йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең БР буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Нурия Сәлихова хәбәр итте.
– Был Рәсәй өсөн уникаль модель, бындай үҙәктәр һәр төбәктә лә юҡ. Һайлау көндәрендә белгестәр тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бында халыҡҡа ишара теленән тәржемәсе консультация бирә, онлайн форматта ярҙам итә. Ғөмүмән, был көндәрҙә ишетеү һәләте сикләнгән кешеләр араһында һайлау процесы яҡшы бара, ялыуҙар килмәй, — тип аңлатма бирҙе ул.
Спикер республика биләмәһендә ишетеү һәләте боҙолған 12 меңгә яҡын һайлаусы бар тип тә белдерҙе.
Фото: Т. АМАНОВ.