– Кәйефтәр бик һәйбәт. Гражданлыҡ хоҡуғын үтәргә ғаиләләре, балалары менән килеүселәр күп. Һайлаусыларға бөтә шарттар булдырылған. Һайлау барған көндәрҙә төрлө саралар ҙа үткәрәбеҙ. Килә алмағандарҙы барып өйҙәренә барып һайлатабыҙ, – ти ул.
Рәсимә Зәйнәгебдинова Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан 3508-се һайлау участкаһынан тура бәйләнешкә сыҡты.
– Һайлауға килеүселәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Беренсе тапҡыр килгәндәргә бүләктәр бирелде. Һайлау барған көндәрҙә спорт ярыштары, йәрминкәләр үтә, – ти ул.
Розалиә Ильясова Өфө дәүләт нефть-техник университетында урынлашҡан 411-се һайлау участкаһында эшләй. Һайлау барышы менән бик ҡәнәғәт, бер ниндәй ҙә тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәне, һайлаусылар күп килә, ти.
Фото: Т. АМАНОВ.