Һайлауға индерелгән яңылыҡтарҙан быйыл уның өс көн барыуын белдерҙе. Был участка һайлау комиссияларына көсөргәнешле эш талап итә, бер көн булһа еңелерәк булыр ине, ти.
Николай Анатольевич үҙе Рәсәй Президентын һайлауға бармаған әле, ял көнөндә йөрөргә яратам, ти. Уның фекеренсә, төп һайлаусылар тәүге һәм һуңғы көндә күберәк буласаҡ. Башҡортостан буйынса тауыш биреү 75 – 85 процент тәшкил итер, тип тә күҙалланы.
Фото: Т. АМАНОВ.