Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2024, 15:24

Бөгөнгә һайлауҙар тамам...

Кемдәр тауыш биреп өлгөрмәгән, һайлау участоктары иртәгә иртәнге сәғәт 8-ҙән эшләй.   

Бөгөнгә һайлауҙар тамам...Бөгөнгә һайлауҙар тамам...
Бөгөнгә һайлауҙар тамам...

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының рәйес вазифаһын башҡарыусы Лида Исаргакова әйтеүенсә, һайлаусылар һорауҙар буйынса Үҙәк һайлау комиссияһының колл-үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. Бөгөн уларға 22 мөрәжәғәт булған. Күпселек һорауҙар һайлау участоктарының адрестарына ҡағылышлы булған. Оло йәштәгеләрҙе иһә комиссия ағзаларының өйгә килеү-килмәүе борсой. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм оло йәштәгеләргә өйҙә һайлау мөмкинлеге бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлауҙа ҡатнашыусылар "Рәхмәт" сайтында бүләктәр ота ала. "Бөгөнгө көндә QR-код-билеттарын 2 миллиондан ашыу кеше теркәгән. Кемдәр өлгөрмәгән теүәл бер тәүлек ваҡыт бар," - ти акцияны ойоштороусылар. 

 

Юлай Кәримов фотоһы.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас