Һайлауҙың икенсе көнөндә Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 15:00-гә статистика мәғлүмәттәре.
Һигеҙ районда һайлаусыларҙың 65 проценттан ашыуы тауыш биргән. Улар иҫәбендә - Благовар, Илеш, Федоровка, Асҡын, Стәрлебаш, Балтас, Миәкә, Тәтешле. Өфөлә иһә иң күп кеше Дим районында ҡатнашҡан. Бында һайлаусыларҙың 61,37% тауыш биргән. Башҡортостан ҡалалары араһында Күмертау һәм Ағиҙел алда бара.
Ҡайһы бер бәләкәй һайлау участоктарында һайлаусыларҙың 100 проценты тауыш биргән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент һайлау 16 һәм 17 мартта дауам итә. Барлыҡ һайлау участкалары ошо көндәрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.