Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2024, 07:43

Һайлауға барыу бурысмы, хоҡуҡмы?

Өфө фән һәм технологиялар доценты, философия фәндәре кандидаты Гүзәлиә Рәүеф ҡыҙы Әсәҙуллина әйтеүенсә, элек һайлау мәжбүрилек  тип ҡабул ителһә, бөгөнгө заман йәштәре бөтөнләй икенсе, улар үҙҙәренең гражданлыҡ хоҡуғын яҡшы  аңлап, һайлауға әүҙем бара.

Һайлауға барыу бурысмы, хоҡуҡмы?Һайлауға барыу бурысмы, хоҡуҡмы?
Һайлауға барыу бурысмы, хоҡуҡмы?

Был йүнәлештә уҡыу йортонда аңлатыу эштәре алып барыла. Үткән йылдарҙағы һорау алыуға күҙ һалһаҡ, 2018 йылда 67 процент йәштәр һайлаған, ә үткән йылда 78 процентты күрһәткән. Әлеге һандар йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барылғанын, улар үҙҙәренең хоҡуғын яҡшы аңлағанын күрһәтә.

Гүзәлиә Әсәҙуллина бөгөн белем биреү учреждениеларында илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса «Навигатор», «Юнармия» бик күп ойошмаларҙың, директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса кәңәшсеһе, йәштәр клубтары әүҙем эшләүен белдерҙе.

– Йәштәрҙе һайлауға төрлө юлдар менән йәлеп итәбеҙ. Улар үҙҙәре лә  күҙәтеүсе булып эшләп, һайлауҙың нисек уҙыуын үҙ күҙҙәре менән күрә. Бөгөнгө йәштәр аңлы ҡарашлы, үҙенең позицияһы бар. Йәштәрҙең тауышынан ҡурҡмаҫҡа, уларға ҡолаҡ һалырға кәрәк, – тип тә белдерҙе ул.

Гүзәлиә Әсәҙуллина уҡыу йортонда йәштәр менән эшләүсе йүнәлеш булыуын, унда ҡаҙна урынына 23 кеше ҡабул ителеүен дә һөйләне.

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас