Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15 март 1939 йыл — 21 ноябрь 2016 йыл) — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). 1995 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1999). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Бөрйән районының почётлы гражданы.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов 1939 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған.
Юлай Кәримов фотоһы.