Уҡыу йортоноң Көйөргәҙе районының Маячный ҡасабаһында һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылында филиалдары ла бар. Уларҙа ашнаҡсы-кондитер, умартасы, ауыл хужалығы производствоһы мастеры, иретеп йәбештереүсе, мәғлүмәт системалары һәм ресурстар операторы кеүек һөнәрҙәргә уҡырға мөмкин.
Уҡыу йортона килеп ингәс үк, бинаның эсе яҡты, матур булыуы, стеналарҙың зауыҡ менән биҙәлеүе иғтибарҙы йәлеп итә. Һәр бер килгән кешене «Мәләүез күп профилле һөнәри колледжы» тигән яҙыулы стенд ҡаршылай. Унан ишек эргәһенә ҡуйылған электрон табло күҙгә ташлана. Бында тыуған көнөн билдәләгән студенттарҙың исем-шәрифе яҙылған, иҫтәлекле көн, байрам, шулай уҡ уҡыу йортонда ниндәй сара үтәсәген дә белергә була. Колледждың эсенә арыраҡ үткәс, стеналағы үҙенсәлекле биҙәк-һүрәттәр күҙҙе ҡамаштыра. Мәҫәлән, бер яғында ҡурай төшөрөлһә, уға ҡарай аттар сабып килә. Ә икенсе яғында шәп фотоға төшөү зонаһы ҡуйылған. Беҙгә күптән түгел ҡушылған төбәктәр икенсе төҫкә алынып, стенаға Рәсәй картаһының һүрәте яһалған. Уның эргәһендә Башҡортостан һәм илебеҙ флагтары ла ҡуйылған. Барыһын ҡарап, һоҡланыуыбыҙҙы белдергәс:
– Һеҙ генә түгел, ҡарарға килгән абитуриенттар ҙа матурлыҡты күреп: «Ооо, ҡайһылай матур, беҙ һеҙгә уҡырға киләбеҙ», – тиҙәр. Юҡҡа ғына, «Кейемгә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылға ҡарап оҙаталар», тип әйтмәйҙәрҙер. Ремонтты практика ваҡытында үҙебеҙҙең студенттар яһай. Күрҙегеҙме, ниндәй оҫталар! Бөгөндән эшкә алырлыҡ. Үҙҙәренең дә эшен аса алалар, – ти колледжда бухгалтер иҫәбе фәненән уҡытыусы Ирина Тарасова.
Мәләүез күп профилле һөнәри колледжында яҡын тирәләге район-ҡалаларҙан барлығы 1300-ҙән ашыу студент белем ала. Уҡыу йортонда «Биналар һәм ҡоролмалар төҙөү һәм файҙаланыу», «Металл булмаған төҙөлөш изделиелары һәм конструкциялары етештереү», «Профессионалитет» буйынса «Сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау, техник хеҙмәтләндереү, эксплуатациялар һәм ремонтлау», «Мәғлүмәт системалары һәм программалау», «Һыуытҡыс-компрессор һәм йылылыҡ насосы машиналарын һәм ҡоролмаларын монтажлау, техник эксплуатациялау һәм ремонтлау», «Үҫемлек сеймалынан аҙыҡ-түлек технологияһы», «Хайуандарҙан алынған аҙыҡ-түлек технологияһы», «Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе» йүнәлештәре буйынса эшсе һөнәрҙәре әҙерләнә.
Колледждың «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашып, грант отоуы бик күп мөмкинлек тә аса.
– 2023 йылда 170 миллион һумлыҡ грант отҡайныҡ. «Профессионалитет» проектына ярашлы, колледжыбыҙҙа «Ауыл хужалығы» буйынса кластерҙар булдырыла. Тимәк, студент беренсе курстан уҡ билдәле бер ойошмаға беркетелеп, йыл һайын шунда практика үтә аласаҡ. Уҡып бөткәс, ошонда уҡ эшкә алына. Бик шәп мөмкинлек!
Отҡан грант аҡсаһына 19 төрлө эш зонаһы булдырырға йыйынабыҙ. Был сумма оҫтаханаларға ҡоролмалдар алыуға, капиталь ремонтҡа йүнәлтеләсәк. Студенттарҙы кластерға ингән предприятиеларға йөрөтөү өсөн автобус алынасаҡ, ятаҡтың матди нигеҙе яңыртыласаҡ. Студенттарға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн йыһаздар ҙа алынасаҡ. Уҡыу йортобоҙ ауыл хужалығының төҫө, символикаһы менән биҙәләсәк, – ти колледжда директор вазифаһын башҡарыусы Айрат Зөбәйер улы Аллабирҙин.
Ә уҡырға ҡабул итеү шарттары нисек һуң? Был хаҡта директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Сәлимә Рәйес ҡыҙы Ҡолмөхәмәтова һөйләне.
– Элек колледжға уртаса уҡыған балалар килһә, хәҙер иһә уҡыусыларҙы аттестаттар конкурсы нигеҙендә һайлап алабыҙ. Былтыр, мәҫәлән, уҡырға инергә теләүселәр күп булды. Иҡтисад буйынса уртаса балл 4,7-не тәшкил итте, – ти ул.
Уҡып бөткәс, сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу хәстәрлеге күрелә. Был йәһәттән 92 предприятие һәм ойошма, шул иҫәптән 62 агро-сәнәғәт комплексы менән әүҙем бәйләнеш булдырылған. Шулар араһында Мәләүез ит һәм һөт комбинаттары, «Башкирский холод» акционер ойошмаһы, Бәләбәй һөт комбинаты, Күгәрсен агро-сәнәғәт берләшмәһе бар. Уҡыу йортон тамамлаусыларҙың 84 проценты эшкә урынлаша, шуларҙың 70 проценты үҙ һөнәре буйынса эш башлай.
Колледжды ҡарап йөрөгәндә уҡыу өсөн бөтә шарт булдырылыуына иғтибар иттек. Аудиториялар, оҫтаханалар заманса йыһазландырылған. Етмәһә, 2021 йылда асылған «Умартасылыҡ» оҫтаханаһында «Һөнәрмәндәр» милли, төбәк, юғары уҡыу йорттарының оҫталыҡ чемпионаттары ла уҙғарыла. Ошонда уҡ производствоға өйрәтеү оҫталарын ҡайтанан әҙерләү буйынса майҙансыҡ эшләй, «Халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү» федераль проекты буйынса халыҡты уҡытыуҙар ойошторола, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн дә «Абилимпикс» милли чемпионатына әҙерлек алып барыла. Оҫтаханала республикабыҙҙың 30-ҙа ашыу умартасыһы белемен камиллаштырған. Балаларға ла бында бик оҡшай, Мәләүез, Күгәрсен, Федоровка райондары уҡыусылары өсөн дә һөнәри һынауҙар йыш үткәрелә.
«Умартасыҡ» буйынса студенттар ҙа уңыштары менән ҡыуандыра. Ҡала егете булһа ла, былтыр «Һөнәрмәндәр» чемпионатында Егор Гашников алтын миҙал яулаған. Ә ошо компетенция буйынса менеджер урынбаҫары Татьяна Александровна Фадеева йыл һайын «Абилимпикс», «Һөнәрмәндәр» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ чемпионаттары өсөн заданиелар әҙерләй, был компетенцияның төп эксперты булып тора, республика колледждарының сығарылыш уҡыусылары тапшырасаҡ демоэкзамен өсөн баһалау материалдары эшләй.
– Йылылыҡ менән хәл бик ҡатмарлы ине. Ныҡ һыуыҡ, тамаша залында ултырып та булмай торғайны. Тун, дубленкалар кейә инек. Хәҙер йылы, рәхәт, яҡты. Колледждың йыһазын да студенттар һаҡлыҡ менән генә тотона. Бүлмә-коридорҙарға йыл һайын косметик ремонт эшләйбеҙ. Уҡыусыларҙың алмаш аяҡ кейемендә йөрөүе – мотлаҡ талаптарҙың береһе. Ашханабыҙ ҙа күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Студенттар унда ултырып, уҡырға килгәнен дә онота. Ҡунаҡтар өсөн банкет, бейеү залыбыҙ ҙа бар, – ти Ирина Рәсүл ҡыҙы.
Уҡыу йортоноң яулаған уңыштары ла етерлек. 2022 йылда колледж «Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн» республика тармаҡ-ара конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Ә республикабыҙҙағы урта һөнәри белем биреү учреждениелары араһында ул йыл йомғаҡтары буйынса рейтингта икенсе урынды биләй. «Киләсәк билеты» проекты буйынса 96 һөнәри белем биреү учреждениеһы араһында иң яҡшы бишәү иҫәбенә инһә, «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» һәм «Карьера оҙатыуы» программаларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса – республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығының иң яҡшы биш колледж исемлегендә. Етмәһә, «Бәйләнештә» селтәрендә республика колледждары араһында беҙҙең гәзит ойошторған конкурста ла әүҙемлектәрен күрһәтеп, улар II урынды яуланы.
Студенттар уҡыу менән бергә йәмәғәт эшендә, һөнәри оҫталыҡ конкурстарында әүҙем ҡатнаша, төрлө өлкәлә ғилми-тикшеренеү эше лә яҙа. Колледжда уҡыусы 10 студент Башҡортостан Башлығы һәм Рәсәй Хөкүмәте стипендияларына лайыҡ булған.
Колледжда предприятиеларҙа һөнәри үҫеш баҫҡыстарын лайыҡлы үткән уңышлы кешеләр менән осрашыуҙар ҙа матур йолаға әйләнгән. Уҡыу йортонда ғаилә династиялары ла һаҡлана. Заманында бында белем алған ата-әсәйҙәр балаларын да ошонда уҡырға килтерә.
Бына шундай бик шарттар тыуҙырылған был Мәләүездәге күп профилле һөнәри колледжында. Унда алған тәьҫораттарыбыҙҙан арына алмай, ҡайтырға сыҡтыҡ.