Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2024, 06:03

Күҙ йәштәре-улар доға бит ул

Һүҙһеҙ генә йәнең өндәшә.   Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Күҙ йәштәре-улар доға бит улКүҙ йәштәре-улар доға бит ул
Күҙ йәштәре-улар доға бит ул

Күҙ йәштәре-улар доға бит ул
Һүҙһеҙ генә йәнең өндәшә.
Әмәлһеҙҙән,көсһөҙлөктән ҡай саҡ
Тамсы-тамсы тамып һөйләшә.

Күҙ йәштәре-улар һорау бит ул,
Ғәҙеллекте эҙләп тапмағас.
Сылтыр-сылтыр шишмә булып аға,
Өмөттәрең ишек ҡаҡмағас.

Дауа бит ул ҡай саҡ күҙ йәштәре,
Форсат бирһәң, еңеләйгән төҫлө.
Тик ғүмерҙе илап үткәрмәйек,
Көлөп кенә,шатлыҡ күпкә көслө.
Йылмайыуҙан ҡаза ҡурҡа төҫлө.
Һин бит көслө...


Гөлиә Мукминова-Азаматова.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас