– Үпкәләү, үс тотоп йөрөү мосолмандарға хас сифат түгел. Шулай ҙа ҡыҙып китеп уйламай әйткән саҡтар була. Бөгөн үҙебеҙ ҙә уны теләмәйенсә кемдеңдер кәйефен төшөргән, ауыр һүҙ әйткән ваҡыттарҙы иҫкә төшөрәйек. Тураһын әйтеп, хатабыҙҙы аңлап яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ алдында ғәфү үтенәйек.
Ниндәйҙер көндө көтөп, оҙон-оҙаҡҡа һуҙып йөрөмәйек. Ваҡыт ҡәҙерле. Оҙаҡҡа һуҙылған үпкә, ғорурлыҡ һәм тәкәбберлек яҙмыштарҙы бәхетһеҙ яҡҡа алып китеүе лә бар.
Әгәр ниндәйҙер бәхәстән һуң, һеҙ хаҡлы булып, һеҙҙе ғәфү итһәләр, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәләнең һеҙгә рәхмәте булыр, – ти Рәдиф хәҙрәт.