Район данын яҡлаған Аллағыуат ауылы халҡы был уңайҙан оло байрам ойошторҙо.
Саралар иртән мәктәптең спорт залында башланды. Йәш спортсылар «Ашҡаҙар буйы батыры» исемен алыу өсөн келәмгә сыҡты. Стәрлебаш ерендә көрәш менән шөғөлләнмәгән кеше һирәк. Байрамға райондың төрлө ауылдарынан бихисап командалар килгәйне. Бәйге һәр ваҡыттағыса көсөргәнешле һәм оҙаҡ барҙы.
Ә мәҙәниәт йортонда был мәлдә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә оҙатыр өсөн маскировка селтәрен үреп бөтөргә, окоп майшәмдәрен һәм башҡа ярҙамды теүәлләргә тип йыйылғайны. Әйткәндәй, аллағыуаттар йәмғеһе 25 маскировка сеткаһы, оло партия окоп майшәмдәре әҙерләгән. Посылкаға туҡмас, тыуған яҡтың хуш еҫле үләндәренән сәй, йылы ойоҡбаштар, үҙҙәре үргән мунса йыуғыстарын да өҫтәгәндәр. «Майшәм ҡышҡы көндәрҙә айырыуса мөһим. Яугирҙәргә йылыны оҙағыраҡ һаҡларға, аҙыҡ әҙерләргә һәм кейемдәрен киптерергә ярҙам итә. Ҡулдарыбыҙ менән эшләнгән окоп шәмдәре һалдаттар өсөн яҡтылыҡ сығанағы ғына түгел, уларҙың йөрәктәрен дә йылытыр», – ти улар.
Эшһөйәр Аллағыуат халҡы мәктәп, клуб менән бергә ауылдың рухи көмбәҙен – мәсетте лә тәрбиәле тота. Сараның бөтә ауыл халҡын берләштергән сағыу һәм күңелле икенсе өлөшө мәсет янында үтте. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған халыҡ уйындарына кесеһе лә, олоһо ла ҡушылды. Көршәк ватыу, күмәкләп бер саңғыға баҫып йүгереү, уҡ атыу кеүек ярыштар үтте. Ауылдың һәүәҫкәр артистары концерт ҡуйҙы, ошонда уҡ сауҙа-күргәҙмә эшләне. Байрам аҙағында мәсеттә намаҙ уҡылды, халыҡҡа, балаларға ураҙа айы тураһында ентекле мәғлүмәт бирелде.
Сарала ҡатнашҡан, сығышы менән ошо ауылдан булған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, «Рәхим ит, изге Рамаҙан айы!» тип, «Айыҡ ауыл» конкурсының район этабын аллағыуаттар бик матур йомғаҡлап ҡуйҙы.
«Ғөмүмән, ауылдаштарым бик әүҙем тормош менән йәшәй. Төрлө мәҙәни саралар, өмәләр үткәреп торалар. Ауыл клубынан, мәктәптән, мәсеттән кеше өҙөлмәй. Тырышһаң, ырыҫ килә, тиҙәр бит. Беҙҙең яҡта һәр баҫыуҙа иген сәселә, буш ятҡан ерҙәр юҡ. Туғайҙарҙа ла бесән мул була, халыҡ күпләп мал үрсетә, шуға ла хәлле йәшәй», – тип маҡтап телгә алды яҡташтарын Данир Ғәйнуллин.