+22 °С
Ямғыр
СЫЙЫРСЫҠ.
Сыйырсыҡ,сыйырсыҡ
Ояңдан осоп сыҡ.
Оҡшаһа был өйөң,
Түгелһен моң- көйөң.
Ҡошсоғом сыҡты ла
Ҡанатын ҡаҡты ла
Һоҡланды ояға,
Таң ҡалды донъяға.
Ул һайрай мең телдә
Булғанға күп илдә.
Дәртләнә,һөйөнә
Ҡайтҡанға өйөнә.
ЮлайКәримовфотоһы.