Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2024, 10:00

«Йәшлек» гәзите яугирҙарға машина алыу өсөн хәйриә акцияһы иғлан итә!

Ил төкөрһә - күл була.

Хөрмәтле дуҫтар, фекерҙәштәр, ерҙәштәр, илдәштәр!

«Йәшлек» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, илебеҙ иңенә төшкән оло һынауҙы тиҙерәк еңеү маҡсатында, МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға «УАЗ»ик автомобиле алып ебәрергә ҡарар итте.

Беләһегеҙ, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә меңәрләгән автомобиль яралыларҙы ташый, тиҙ арала алғы һыҙыҡҡа барыу өсөн файҙаланыла. Әммә дошман уларға ла һөжүм итә, транспорттар сафтан сыға. Уларҙы ремонтлау ҙа ваҡыт һәм күп сығым талап итә. Әлеге мәлдә һәр автомобиль ҡәҙерле. Беҙҙең ярҙамыбыҙ һис артыҡ булмаясаҡ.

Тик бер редакция хеҙмәткәрҙәренә генә бындай бурысты атҡарып сығыу еңел түгел. Шуға күрә битараф булмаған ватандаштарыбыҙҙан ярҙам һорайбыҙ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти халҡым.

Дуҫтарыбыҙ! Яуҙа һәр кемебеҙҙең тиерлек яҡын кешеһе (йәки ауылдашы, хеҙмәттәше, яҡташы) коллектив Көнбайышҡа ҡаршы алышта йәнен аямай алға барырға тырыша. Беҙ ҙә уларҙың азатлыҡҡа илтер, ҡанлы бәрелештәрҙе туҡтатыр аҙымдарына ярҙам итәйек, терәк булайыҡ.

Карта номеры – 2202206863044454. Сбербанк. Аскар Раилевич Г.

Аҡсаны күсергәндә «пожертвование» тип билдәләргә онотмағыҙ.

Йыйылған сумманың нисек сарыф ителеүе хаҡында отчет биреп барасаҡбыҙ.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас