Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2024, 18:00

Намаҙ уҡымаһаң, ураҙа ҡабул буламы?

Ураҙа тотоусыларҙы был һорау бигерәк тә ҡыҙыҡһындыра.

Намаҙ уҡымаһаң, ураҙа ҡабул буламы?Намаҙ уҡымаһаң, ураҙа ҡабул буламы?
Намаҙ уҡымаһаң, ураҙа ҡабул буламы?

– Намаҙ уҡымағас, ураҙа ҡабул булмай,  тип әйтеү дөрөҫ түгел. Намаҙ уҡыу ислам диненең иман килтереүҙән һуң килгән шарты (иман, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж). Ҡиәмәт  көнө иң тәүге һорау намаҙ уҡыу тураһында буласаҡ, сөнки намаҙға һис бер ташлама юҡ. Ураҙа тотҡан кеше намаҙға ла баҫыр, ин шә Аллаһ, тип доға ҡылыу һәм өгөт-нәсихәт итеү кәрәк, – ти Сибайҙағы “Тәҡүә” мәсете мөғәллимәһе Әминә  Ноғоманова-Ғәзизова.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас