Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2024, 16:30

Инвалидтарға мөнәсәбәт төбәктәге йәшәү кимәлен күрһәтә

4-се «Арт-ҡоролтай» мәҙәни форумы сиктәрендә уҙғарылған секция ултырыштарының береһе «Социаль проектлауҙан инклюзив мөхиткә тиклем: мөмкинлектәр һәм саҡырыуҙар» тигән темаға арналды.

Инвалидтарға мөнәсәбәт төбәктәге йәшәү кимәлен күрһәтәИнвалидтарға мөнәсәбәт төбәктәге йәшәү кимәлен күрһәтә
Инвалидтарға мөнәсәбәт төбәктәге йәшәү кимәлен күрһәтә

 

Уны республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаева алып барҙы. Спикерҙар булып Белорусиянан Могилев өлкәһе халыҡ ижады методик үҙәгенең директоры,  Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы халыҡ ижады һәм клуб эшмәкәрлеге мәсьәләре буйынса республика советы рәйесе Олег Хмелков, «Недослов» театры директоры Сергей Бидный, БР Йәмәғәт палатаһының ресурс үҙәге эскперты, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Артур Ғилманов, «Күңел күҙе» инклюзив халыҡ театры етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡмановтар сығыш яһаны.  

Артур Ғилманов үҙенең сығышында социаль грантҡа ғариза биреү нескәлектәре менән таныштырҙы. Олег Хмелков инвалидтарҙы социаль тормошҡа йәлеп итеү буйынса үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был йәһәттән   клуб эшмәкәрлектәренең һәм  конкурстарҙың ҙур роль уйнауын билдәләне.

Сергый Бидный үҙе етәкләгән театр хаҡында бәйән итте һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә арналған башҡа проекттары менән таныштырҙы. «Недослов» театры ойошторолоуға 20 йыл, унда эшләүсе 24 артистың барыһы ла юғары белемле. Театрҙың исеме үк әйтеп тороуынса, ул ишетеү һәләте буйынса инвалидтар өсөн булдырылған. Спекталдәр ҙә «ым телендә» үтә.  Айына ике тапҡыр гастролдәргә сығалар. Бынан тыш, улар музейҙарға экскурсиялар ойошторлалар, мәҫәлдәрҙе «ым теле»нә тәржемә итәләр һ.б.

 Беҙҙең республикала иһә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн 1960 йылдан алып «Күңел күҙе» тигән бик матур театр эшләп килә.  Әлеге ваҡытта унда 20-нән ашыу кеше шөғөлләнә. Күбеһе күреү һәләте буйынса инвалид.   2022 йылдан алып театрҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов етәкләй. 2023 йылда  уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» тигән исем бирелә.   

Фото: Автор фотоһы. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас