Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2024, 11:35

Хуш киләһең, изге Рамаҙан айы!

Бөгөн ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана, бөтә мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙҙары уҡыла башлай. Был айҙа көн һайын ураҙа тотоу, йәғни ҡояш ҡалҡҡан ваҡытҡа тиклем 2 сәғәт алдан сәхәр эсеп, ҡояш батҡанға ҡәҙәр ашамай, эсмәй тороу һәр мосолман кешегә фарыз ғәмәл һанала.

Хуш киләһең, изге Рамаҙан айы!Хуш киләһең, изге Рамаҙан айы!
Хуш киләһең, изге Рамаҙан айы!

11 март көндө ҡояш ҡалҡыр алдынан ике сәғәт алда сәхәр ашағандан һуң ураҙа тотоу өсөн ошолай ниәт ҡылына:

"Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи Тәғәлә" .

✅ Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем.». Ҡояш батҡас, финик йәки тоҙ һәм һыу менән ифтар ҡылыу, йәғни ауыҙ асыу - сөннәт. Унан ошо доға уҡыла:

"Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡикә әфтартү фәғ-фирли йә ғаффәәру мә ҡаддәмтү үә мә әххартү.

✅ Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!"

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас