Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2024, 05:00

Йәштәр бәхетле булһын!

Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Азамат Хәмиҙуллин сәхнәлә һөйгәненә тәҡдим яһаған.

Егет университетта  үткәрелгән  "Өфө фән һәм технологиялар университеты мистеры" тигән иң ҙур сараларҙың береһендә сығыш яһаған ваҡытта үҙенең йөрөгән ҡыҙы Юлиәне саҡырып сығара ла ҡулын һорай. Һөйгәне кейәүгә сығырға риза була.  Ғашиҡ пар бер нисә йыл бер актерҙар  труппаһында  сығыш яһай. Йәштәр бәхетле булһын!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас