Унда тәүге ҡунаҡтарҙың береһе – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко, Рәсәй Федерацияһы фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Ольга Петрова һәм йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Дамир Фәттәхов ҡатнашты. Төбәк стендында «Берлога» милли киберфизик платформаһы, киберспорт турниры барған кинозал ҡуйылған һәм башҡорт бейеүе, башҡорт биҙәүестәре һәм балауыҙҙан шәмдәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә.
- Фестивалдә төбәк бик юғары кимәлдә күрһәтелгән. «Берлога» платформаһы егеттәре менән һөйләштек, уларҙың проекты Башҡортостанда һәм Рәсәй субъекттарында ғына ьүгел, Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашыусы илдәрҙә лә тәҡдим ителәсәк, – тип аңлатма бирә Дмитрий Чернышенко.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя йәштәр фестивалендә Башҡортостандан 180 йәш кеше ҡатнаша. Фестиваль 1 марттан 7 мартҡа тиклем «Сириус» федераль биләмәһендә үтә.
Фото: Т. АМАНОВ.