Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2024, 10:12

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы гала-концерты башланды

Конкурс быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторола.

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы гала-концерты башландыӨфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы гала-концерты башланды
Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы гала-концерты башланды

 

 

Конкурс муниципаль, төбәк һәм Бөтә Рәсәй этаптарында үтте. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителде. Финалға Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән һәм Удмуртиянан делегациялар килә.

Конкурсты ойоштороусы — Башҡортостандың Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һүҙҙәренсә, еңеүселәргә 30 кубок тапшырыла. «Милләт әсәһе», «Лидер», «Мәҙәниәт», «Медицина хеҙмәткәре», «Ғалимә», «Уҡытыусы», «Бизнес-леди», «Оҫтабикә», «Көмөш ирекмән», «Йәштәр лидеры» номинацияларында өсәр лауреат билдәләнә. Иң йәш ҡатнашыусыға — 18, ә иң тәжрибәлеһенә —  93 йәш. «Көмөш ирекмән» номинацияһы бик популяр.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас