+21 °С
Болотло
Мысырҙа ҡатнаш көрәш буйынса Бөтә донъя ярыштары үткән. Унда яҡташыбыҙ, Әбйәлилдән «Ырыу» клубының грэпплинг буйынса тренер Арсен Ғөбәйҙуллин ҡатнашҡан. Беренсе алышта – Мысыр, икенсеһендә – ғәрәп, финалда Италия спортсыһын еңгән.
Шулай итеп, Арсен судьялар ҡарары менән 65 килограмм категорияһында донъя чемпионы исеменә лайыҡ булған. Афарин!