Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2024, 16:00

Өфөлә «Иң мөһим балалар йырҙары» проектының концерты үтте

Бөгөн Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында «Иң мөһим балалар йырҙары» проектында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте.

Өфөлә «Иң төп балалар йырҙары» проектының концерты үттеӨфөлә «Иң төп балалар йырҙары» проектының концерты үтте
Өфөлә «Иң төп балалар йырҙары» проектының концерты үтте

«Ватан һаҡсылары» махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фонды һәм Еңеү музейы тарафынан ойошторолған концерттар илдең төрлө ҙур ҡалларында үтә. Ойоштороусылар талантлы авторҙарҙы - шағирҙарҙы һәм композиторҙарҙы асҡан һәм берләштергән. Улар бергәләп ғаилә, дуҫлыҡ, тыуған илгә мөхәббәт темаһына матур, мөһим йырҙар ижад итә.

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайының мең урынлыҡ залында ла алма төшөрлөк тә урын булманы. Концертта МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалар ҡатнашты һәм тамаша ҡылды.

«Өс йылда беҙ 50 яңы йыр ижад иттек, улар илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә яңғыраны. Рәсәй Президенты әйтмешләй, беҙҙең бурыс — МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә иғтибар бүлеү һәм хәстәрлек күрһәтеү. Балалар йырҙары ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек менән һуғарылған, һәр йыр — бөгөн барыбыҙға ла мөһим булған изгелек осҡоно», — тип белдерҙе проект авторы, Еңеү музейы генераль директоры Александр Школьник.

«Ватан һаҡсылары» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты – Гөлнур Ҡолһарина проекттын мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Дәүләт фонды проектты ойоштороуҙа тиккә генә ҡатнашмай. Беҙҙең бурыс уртаҡ – ил патриоттарын, ышаныслы быуын тәрбиәләү. Бөгөн концертҡа МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын саҡырҙыҡ. Еңел булмаған осорҙа беҙ берҙәм булырға тейешбеҙ», – тине Гөлнур Ҡолһарина.

Проект илдең күпселек ҡалаларын урап сыҡҡан, тиҙҙән Мәскәүҙә йомғаҡ яһаласаҡ.

Өфөлә «Иң төп балалар йырҙары» проектының концерты үтте
Өфөлә «Иң төп балалар йырҙары» проектының концерты үтте
Өфөлә «Иң төп балалар йырҙары» проектының концерты үтте
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас