– Был уҡыу йылы ла был осраҡтан ситтә ҡалманы. Ярыштарҙа дүрт йыйылма команда ҡатнашты. Командаларҙың рухын, көйәрмәндәрҙең ярҙамын, оҫталығын , спорт дәртен - барыһын да лицейҙың спорт залында күрергә мөмкин ине. Байрам ваҡытында егеттәр "Тулы булмаған автомат йыйыу-һүтеү", "Арҡан тартыу", "Викторина", "Уҡсылар алышы", "Штраф ташлауҙар", "Армрестлинг", "|Ҡаршылыҡтар һыҙаты" кеүек конкурстарҙа ярышты.
Призлы урындар түбәндәгесә бүленде:
I урын – 11 класс;
II урын – 9Б класс;
III урын – 10 класс;
IV урын – 9А класс.
Шулай уҡ мәктәп дуҫлығы еңде! Залда ярыш буйына күңелле, шатлыҡлы атмосфера торҙо. Иҫ киткес байрам алдынан лицейыбыҙҙың бөтә малайҙарын, уҡытыусы-ир-егеттәрҙе, атайҙарҙы, ағайҙарҙы, олатайҙарҙы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек, тыныс тормош теләйбеҙ, – ти хәбәр итә беҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Усман ҡыҙы Исламғолова.
Фото: Т. АМАНОВ.