Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраля 2024, 09:00

«Улар беренсе урында булырға тейеш»

Радий Хәбиров 23 февралдә МХО ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә айырым иғтибар бүлергә ҡушты.

«Улар беренсе урында  булырға тейеш»«Улар беренсе урында  булырға тейеш»
«Улар беренсе урында булырға тейеш»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика муниципалитеттары хакимиәттәре етәкселәренә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналарҙы үткәреүгә яуаплы ҡарарға ҡушты. Радий Хәбиров был көндө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, тол ҡатындарға, һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты.

«Улар беренсе урында булырға тейеш һәм уларға тейешле иғтибар биреүҙәрен һорайым, сөнки уларҙың ирҙәре, балалары махсус хәрби операция биләмәһендә  һәләк булған», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас