Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән спорт өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн биатлон буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының баш тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Виктор Никитин Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.
Ул Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улына рәхмәтен белдереп:
– Беҙҙең команда дөйөм команда зачетында Рәсәйҙең иң көслө командалары араһында икенсе урынды алды. Беҙ дүрт миҙал яуланыҡ: ике алтын һәм ике бронза миҙал, – тине ул.
Спортсы-инструктор, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Антон Бабиков һәм спортсы-инструктор, Рәсәйҙең спорт мастеры Александр Бабчин – Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһына, спортсы-инструктор, Рәсәйҙең спорт мастеры Илья Бурлаков Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы хәл итеүҙә булышлыҡ иткәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде.
Фото: Т. АМАНОВ.