Улар алғы һыҙыҡтағылар өсөн окоп шәмдәре эшләй.
– Мобилизацияланғандар өсөн окоп шәмдәре бик мөһим һәм кәрәкле. Бындай шәм 6-7 сәғәт тирәһе яна, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бирә. Уны һүндереп, яңынан тоҡандырырға мөмкин. Шәм менән йылынырға, аяҡ кейемен киптерергә, аҙыҡты йылытырға, һыуҙы ҡайнатырға мөмкин. Яугирҙарҙың иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Беҙ бергә – көс, – тиҙәр улар.