– Был ваҡыт эсендә беҙҙә 31 мең бала өсөн 44 мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы барлыҡҡа килде. Былтыр ғына 8 мәктәпте һәм 3 балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Рәсәй Президенты тәҡдим иткән федераль программа буйынса беҙ 140 мәктәп бинаһына капиталь ремонт яһаныҡ, 37,6 мең бәхетле бала яҡшы, лайыҡлы шарттарҙа уҡырға мөмкинлек алды. Балаларыбыҙ өсөн йылы, уңайлы мөхит булдырыу, заманса алымдар һәм ҡорамалдар ярҙамында белем биреү, үҫешеү һәм үҙ иленең ысын патриоттары булыу мөмкинлеген булдырыу – беҙҙең бурысыбыҙ, – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.