Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2024, 14:00

Билдең ауыртыуы нимәнән була?

Һорау: Билем йыш ҡына ныҡ итеп сәнсеп-сәнсеп ала. Ауыртыу шул тиклем көслө,  хатта аяҡтарым тотмай, йығылып китә яҙам. Әйткәндәй, гел бер урындан шулай ныҡ тотоп ала ул.  Бындай ауыртыу нимәнән була һәм нисек дауаланырға?

Билдең ауыртыуы нимәнән була?Билдең ауыртыуы нимәнән була?
Билдең ауыртыуы нимәнән була?

 

 Яуап: Ундай ауыртыу, ғәҙәттә,  нервы ҡыҫылыуына бәйле була.  Дауалауҙы башларҙан алда уның төп сәбәбен асыҡларға кәрәк. Бының өсөн  умыртҡа һөйәгенең бил-янбаш өлөшөнә рентген эшләргә, кәрәк икән, магнит-резонанс томографияһы үтергә тура килер. Йыш ҡына сәнсеп ауыртыуҙарға остеохондроз да сәбәпсе була. Умыртҡа һөйәгенең бәйләүестәренә тоҙ ултырып, улар һығылмалылығын юғалта, тығыҙлана һәм, нервы бөтөмдәрен ҡыҫып, бик ныҡ ауыртыу барлыҡҡа килтерә. Ауыртыу  умыртҡа  бағанаһындағы бүҫерҙән дә,  янбаш быуындары артритынан да булыуы ихтимал.   Бының  сәбәбе бик етди ауырыуҙан да булыуы мөмкин, шуға күрә  уны неврология бүлегендә   асыҡлау мөһим.

Өйҙә ауыртыу тыуҙырыусы хәрәкәттәрҙән мөмкин тиклем арынырға тырышығыҙ. Ҡайһы бер осраҡта корсет кейеп йөрөү ярҙам итә.  Ауыртыуҙы баҫыу өсөн ҡоро йылы  кәрәк (йылы шарф, ҡалын кейем), шулай уҡ   ауыртыуҙы баҫыусы майҙар, гелдәр һәм кремдар ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Бынан тыш,  ҡан әйләнешен яҡшыртыусы  препараттар    эсергә тәҡдим ителә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас