Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2024, 10:45

Хаҡлы ялдағылар Белоруссияла булды

«Башҡорт – Белорус оҙон ғүмерлелеге» проекты сиктәрендә хаҡлы ялда булған 40 кешенән торған төркөм Беларусь Республикаһында булды.

Хаҡлы ялдағылар Белоруссияла булдыХаҡлы ялдағылар Белоруссияла булды
Хаҡлы ялдағылар Белоруссияла булды

Һигеҙ көнлөк сәйәхәтте «Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү үҙәге» ойошмаһы ойошторҙо.

– Был иҫтә ҡалырлыҡ сәфәр булды, Бигерәк тә Минскиҙа «Беларусь-Башҡортостан» халыҡ-ара форумы оҡшаны. Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировты күреү, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеү һәм үҙебеҙҙең йыр-моңдо ишетеү бик ҡыуаныслы булды. Был иҫ киткес ил тураһында, шулай уҡ белорустарҙың һуғыш йылдарында тыуған илен азат итеүҙә ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәрен хөрмәтләүҙәре тураһында бик күп нәмә белдек. Бөтә ойоштороусыларға иҫ киткес сәфәр өсөн рәхмәт, – ти Филзә Рахманова.

 

«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тарафынан эшләнгән. Программала туроператорҙар сығымдарының бер өлөшө республика бюджетынан субсидиялана.

  Проектта 55 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас