Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраля 2024, 08:14

Беларусь республикаһында гигант ҡыҫтыбый бешергәндәр

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Беларусь республикаһына барып ҡайтты.

Беларусь республикаһында гигант ҡыҫтыбый бешергәндәрБеларусь республикаһында гигант ҡыҫтыбый бешергәндәр
Беларусь республикаһында гигант ҡыҫтыбый бешергәндәр

Минск ҡалаһында «Ҡунаҡсыл Башҡортостан» фестивале иң иҫтәлекле сараларҙың береһе булған. Бында башҡорт ашнаҡсылары гигант ҡыҫтыбый бешереп, 500-ҙән ашыу кешене һыйлаған. Милли аҙыҡты бешереү өсөн 40 килограмм картуф, 15 килограмм һуған, 12 килограмм он, 3 килограмм май, 4 литр һөт һәм 7 литр һыу талап ителгән. Ҙур ҡыҫтыбый махсус әҙерләнгән 3 метр киңлектәге табала бешерелгән. 

«Фестивалдә Өфөнөң иң яҡшы ашнаҡсылары белорустарҙы башҡорт аш-һыу йолалары менән таныштырҙы, милли аҙыҡтарҙың тарихын һөйләне», - тип белдерҙе сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Бынан тыш, республика Ашнаҡсылары, ресторатҙары һәм отельерҙары ассоциацияһы башҡорт милли аҙыҡтарын бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән. Итле һәм татлы гөбәҙиә, бәлеш, табикмәк ҡоймағы, бойҙай бутҡаһы менән ҡыҫтыбый бешерергә өйрәткәндәр. Минск халҡы йылҡы итенән өлөш, ҡыҙыл эремсек, талҡан һәм бауырһаҡ ауыҙ итеп ҡараған.

 

Беларусь республикаһында гигант ҡыҫтыбый бешергәндәр
Беларусь республикаһында гигант ҡыҫтыбый бешергәндәр
Беларусь республикаһында гигант ҡыҫтыбый бешергәндәр
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас