Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2024, 16:42

Афарин, Вилдан!

Учалы районының Ҡорама ауылы егете, бокс буйынса спорт мастеры Вилдан Минасов RCC Boxing Promotions турнирында еңеү яуланы. Ул Назрань ҡалаһынан Иса Чаниевты нокаутҡа ебәрҙе!

Афарин, Вилдан!Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!

Боксерҙар 61,2 ауырлыҡ категорияһында һигеҙ раундлыҡ алыш үткәрергә тейеш ине. Егеттәр тәүге раундта алыҫ дистанцияла көс һынашты. Тәүҙә Чаниев һөжүм итеп маташһа, беҙҙең егет тәүге раундтың икенсе яртыһында уҡ бер нисә уңышлы сериянан һуң хәл-торошто үҙ ҡулына алды. Икенсе раундта Чаниев ҡолап китә яҙҙы. Вилдан тағы ла әүҙемерәк һөжүм итергә тотондо.

Алыштың икенсе яртыһында ул контролләүҙе тулыһынса үҙ ҡулына алды. Алты раундтан һуң Чаниевтың командаһына рингҡа таҫтамал ырғытыуҙан башҡа сара ҡалманы. Шулай итеп, Вилдан Минасов үҙ иҫәбенә тағы ла бер сағыу еңеүҙе һалды. Афарин, башҡорт батыры!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас