Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2024, 13:30

"Ин шәә Аллаһ", йәғни "Аллаһы Тәғәлә теләһә"

Ниндәйҙер эш эшләргә  теләүең  һәм  уй-ниәттәреңде башҡаларға һөйләһәң, «ин шәә Аллаһ»  тип әйтеп һөйлә. «Ин шәә Аллаһ»  ғәрәпсәнән  «Аллаһы Тәғәлә теләһә» тип тәржемә ителә.  Был хаҡта Ҡөрьәндең «Әл-Кәһф» («Мәмерйә») сүрәһендә әйтелә.

"Ин шәә  Аллаһ", йәғни "Аллаһы Тәғәлә теләһә""Ин шәә  Аллаһ", йәғни "Аллаһы Тәғәлә теләһә"
"Ин шәә Аллаһ", йәғни "Аллаһы Тәғәлә теләһә"

«Берәй эш башлар алдынан һис бер ваҡытта ла: «Мин быны  иртәгә, һис шикһеҙ, эшләйәсәкмен», – тип әйтмә» («Мәмерйә» сүрәһе, 23-сө аят).

«Ин шәә Аллаһ, Аллаһ теләһә, тип әйтергә онотһаң, Раббыңды иҫкә төшөр ҙә: «Өмөт итәм, Раббым мине быныһынан да тура юлға йүнәлтер», – тип әйт. («Мәмерйә» сүрәһе, 24-се аят.)

Мәҫәлән, кемдер йәйгеһен ҡайҙалыр ял итергә барырға йыйына, ти. Кемгәлер һөйләгәндә: «Ин шәә Аллаһ йәйгеһен Абхазияға ял итергә барырға йыйынам», – тип һөйләһен. Йәйгә тиклем нимәләр буласағын, тормош нисек үҙгәрәсәгеҙ бер кем дә белмәй.

Әгәр кеше был һүҙҙе әйтмәһә, Аллаһы Тәғәләнән үҙен юғарыраҡ ҡуйһа, уның был кешеләргә асыуы төшөүе, ҡорған пландары емерелеүе лә мөмкин. Донъялағы бөтә  ваҡиғаларҙың да Аллаһы Тәғәлә ихтыяры менән булғанын онотмайыҡ, шуға һәр һүҙебеҙҙе уйлап һөйләйек.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас