Уйна, Ҡурайҡайым, күңел наҙла,
Таң ҡалһын тау, урман, далаһы!
Маҡтап данла сал Уралым илен
Ҡурай тартсы, башҡорт балаһы!
Башҡорт улы Ҡурай уйнағанда
Моңдарынан ынйы һибелһен,
Ҡурай моңдарынан тыуған ерем
Тылсым нурҙарына күмелһен!
Уйна, башҡорт улы, Ҡурайыңды!
Башҡорт Ҡурайына ни етә?
Уралынан Ҡурай өҙөп алып
Моңдарына йөрәк елкетә!
Башҡорт улы ҡурай уйнағанда
Тыныс ҡына, әйтсе, кем ҡалыр?
Тыуған яҡты өҙөлөп һөйөүҙәрем
Ҡурай моңдарына уралыр..
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ
22.11.2015