Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2024, 13:30

Миғраж кисен доғала үткәрәйек

Бөгөн ҡояш байыу менән Миғраж кисе башланды. Был төндө мосолмандар ғибәҙәттә үткәрә: Ҡөрьән уҡый, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарын кисереүҙе һорай,  бәйғәмбәргә салауат әйтә.

Миғраж кисен доғала үткәрәйекМиғраж кисен доғала үткәрәйек
Миғраж кисен доғала үткәрәйек

Миғраж һүҙе күккә күтәрелеү тигәнде аңлата.  Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмдең, күктең бар ҡаттарын үтеп, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына күтәрелгән төн ул.  Ошо изге кистә Аллаһы Тәғәлә бәйғәмбәребеҙҙе үҙенә саҡырып, бик күп хикмәттәр, йәннәт һәм йәһәннәмде күрһәткән, мосолмандар өсөн ҡиәмәт көнөнә тиклем изге бүләк булған биш ваҡыт намаҙҙы фарыз иткән.

Рәжәп айының 26-сы көнөндә мосолмандарға ураҙа тоторға кәңәш ителә. Сөнки был ғибәҙәттәрҙе үтәгән кеше ҙур әжер-сауаптарға ирешә ала.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас