Мәсетле районының Түбәнге Бобино ауылындағы бер өйгә ҡоралай эйәләшкән. Хужа бер нисә тапҡыр кәртәгә килгән ҡоралайҙы төшөрөп алған. Ул ауылға аҙыҡ эҙләп киләлер, моғайын.
Ә был юлы малҡай кешеләрҙән ҡурҡып ҡасҡан.
«Ниңә ҡурҡаһың? Бында йәшәйһең бит», - ти хужа.
«Ҡарале, рәхәт урын тапҡан бит! Маруся, күҙ алдына килтерәһеңме, Вова ағайыңдың үҙенең ҡоралайы бар», - ти кадр артында видео авторы, һунар инспекторы Ришат Кәримов.