– Ағинәйҙәр уҡыусыларҙы мәктәп музейындағы башҡорт халҡының аш-һыу кәрәк- ярағы,өй йыһаздары менән таныштырҙы.
Өләсәйем һандығында
Һаҡланмай ниҙәр генә.
Әйҙәгеҙ, һорайыҡ үҙенән,
Асып күрһәтһен беҙгә.
Һандыҡта булған боронғо ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейем-һалымы, Ҡөрьән китабы, тәсбих, сигелгән таҫтамалдар һәм селтәрҙәр уҡыусылар өсөн бик серле лә, ҡыҙыҡлы ла булды. Ә инде боронғо уйындарҙы иҫкә төшөрөп, уйнап алыу тағы ла байрам кәйефен күтәрҙе. Сара аҙағында ағинәйҙәр киләсәк быуынға үҙҙәренең изге теләктәре, нәсихәттәре һәм йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Байрам тулы ризыҡлы өҫтәлдә самауыр сәйе эсеү менән тамамланды, – тип хәбәр итә Федоровка районы башҡорттары ҡоролтайы.
Фото: Т. АМАНОВ.