Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2024, 12:30

Башҡортостанда студенттарға ниндәй ярҙам саралары бар?

Стипендия, йәмәғәт транспортында йөрөүгә ташлама, социаль түләүҙәр — студенттарға ярҙам итеү маҡсатында дәүләт тарафынан төрлө ташламалар бирелә һәм пособиелар түләнә. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ошо хаҡта һөйләй.т

Башҡортостанда студенттарға ниндәй ярҙам саралары бар?Башҡортостанда студенттарға ниндәй ярҙам саралары бар?
Башҡортостанда студенттарға ниндәй ярҙам саралары бар?

— Дәүләт академия стипендияһын студенттарға өсһөҙ уҡыған өсөн тәғәйенләйҙәр, ә фәндә йәки спортта ҙур уңыштарға өлгәшкән өсөн президент гранты алырға мөмкин (vk.cc/cexibx).

— Ҡайһы бер компаниялар юғары уҡыу йортонда ошо ойошма профиле буйынса уҡыған, уҡыуҙа һәм фәндә уңыштарға өлгәшкән студенттарға стипендия түләй (vk.cc/cu9aPa).

— Башҡортостанда студенттар Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһын алырға мөмкин.

— Шулай уҡ айырым ҡаҙаныштары өсөн уҡыусыларға исемле стипендия тәғәйенләнеүе бар (vk.cc/cu9aXc).

— Етем балаларға, инвалидтарға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына социаль стипендия түләнә (vk.cc/clZQY1).

— Түләүле нигеҙҙә белем алған һәм рәсми рәүештә эшләгән студенттар һалым ташламаһы ала (vk.cc/cudZxH).

— Уҡыған саҡта ата-әсәһен юғалтҡан 18-23 йәшлек бәлиғ булмаған етемдәргә һәм студенттарға дәүләт тарафынан туҡланыу, кейем-һалым һәм дәреслектәр өсөн аҡса түләнә (vk.cc/crQQPB).

— Ата-әсәһен юғалтҡан һәм эшләмәгән студенттар 23 йәшкә тиклем пенсия ала (vk.cc/cudZEH). Был түләү тик көндөҙгө бүлектә уҡығандарға ғына тейеш.

— Шулай уҡ ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған, бюджет нигеҙендә уҡыған студенттар, мәҫәлән, дауаланыуға йәки бала тыуғанда, бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам алырға мөмкин.

— Көндөҙгө бүлектә уҡыусыларға ҡала яны поездарына 50 процент ташлама ҡаралған (vk.cc/crQQWI).

— 22 йәшкә тиклем студенттар «Пушкин картаһы» программаһы буйынса киноға, музейҙарға һәм театрҙарға бушлай йөрөй ала (vk.cc/cudZNL).

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас