Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2024, 12:30

"Балыҡ, ҡап, ҡап, ҡап, Яр башында ялтырап ят!"

Ҡырмыҫҡалы районы  Үтәгән ауылының Ағиҙел йылғаһында  балыҡ тоторға яратыусылар ярышы үткәрелгән. Унда төрлө район-ҡалаларҙан «балыҡ ене» ҡағылған  41 балыҡсы ҡатнашҡан.

"Балыҡ, ҡап, ҡап, ҡап, Яр башында ялтырап ят!""Балыҡ, ҡап, ҡап, ҡап, Яр башында ялтырап ят!"
"Балыҡ, ҡап, ҡап, ҡап, Яр башында ялтырап ят!"

- Тотолған табышты үлсәп, жюри «Иң ҙур балыҡ», "Иң йәш балыҡсы", "Иң тәжрибәле балыҡсы", "Беренсе бырауланған тишек", "Иң уңышлы балыҡсы", "Беренсе балыҡ", "Балыҡсы ғаиләһе", "Балыҡсы ҡатын-ҡыҙ"номинациялары буйынса еңеүселәрҙе билдәне.

Ә аҙаҡ урындағы мәктәп ашнаҡсыһы Рәсимә Әхмәтйәнова әҙерләгән уха менән һыйланыу барыһына ла оҡшаны. Үтәгән ауылы мәктәбе директоры Зорина Иҙрисова әйтеүенсә, байрам бик матур килеп сыҡты, – тип хәбәр итә Айрат Искәндәров .

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас