Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2024, 08:25

Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы

Бөгөн әлеге минуттарҙа Өфөнөң «Телеүҙәк» бинаһы ҡаршыһындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты яҡлап, «Көслө республика - берҙәм Башҡортостан» тип аталған концерт башланды. Сараны ойоштороусылар - танылға йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре. Концерттың төп идеяһы - республика берҙәмлеге һәм төбәктең күп милләтле халҡы өсөн сығыш яһаусы Башҡортостан Башлығын яҡлау. 

Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлыБашҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы һәр ваҡыт дуҫ һәм татыу булды. Был – беҙҙең күп милләтле республиканың төп ҡиммәттәре. Республика Башлығына ярҙам йөҙөнән уҙған концерт халыҡтың тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә ынтылыуын раҫлай. 
 
Ойошторусылар әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостандың күп милләтле халҡы бында республика Башлығының экстремистик күренештәргә һәм башҡа мәсьәләләргә ҡаршы үткәргән сәйәсәтен хуплауын белдереү өсөн йыйылды. Был республика халҡының берҙәмлеген күрһәтә. Әлеге митинг-концерт үҙ фекереңде әйтеү һәм мөрәжәғәттәр майҙансығы буласаҡ.
 
Концерттың режиссеры Гөлнара Юрина “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүенсә, программала Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары – автор-башҡарыусы Рәмил Баҙамшин, легендар актер Фидан Ғафаров, Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары, йырсылар Рөстәм Ғиззәтуллин, Диана Ишниязова, Илнур Хәйруллин, Тимур Рамаҙанов, “Зәйнетдин” этно-проекты, Заһит Ҡунафин (MC Bash), “Дарман” проекты, “Павильон”, “Ҡарауанһарай” төркөмдәре һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ошо көндәрҙә Башҡортостанда республика Башлығын хуплап флешмоб башлап ебәрелде.
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Башҡортостан халҡы тыныслыҡ яҡлы
Автор:
Читайте нас