Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2024, 19:15

"Шағир көндәлеге"н ҡаранығыҙмы?

Әгәр өлгөмәй ҡалһағыҙ, хәҙер уны интернетта ҡарарға мөмкин. Иң тәүгеләрҙән булып уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итәбеҙ. 

Бөгөн "Бәйләнештә" селтәрендә - "Шағир көндәлеге" фильмының премьераһы. Кинокартина режиссеры Булат Йосопов бөйөк шағир Рәми Ғариповҡа арналған фильмды тәүге тапҡыр социаль селтәргә урынлаштырҙы. 
 
- «Шағир көндәлеге» - Башҡортостан халҡы ярҙамында төшөрөлгән тәүге фильм. Ул фестивалдәрҙә ҡатнашҡандан һуң халыҡ хөкөмөнә, кинокартинаны ҡеүәтләгән һәм беҙҙең командаға ышанған киң йәмәғәтселеккә тәҡдим ителә.

Был фильм минең өсөн профессиональ карьерамда иң ауыр эштәрҙең береһе булды. Беҙҙе күп нәмәгә өйрәткән һәм яңы проекттарға әҙерләгән шаҡтай ҙур эш булды ул, - тип яҙған режиссер Булат Йосопов.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас