Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2024, 11:42

«Өйҙә» студенттар форумы үтәсәк

1 февралдә баш ҡалабыҙ  Өфөнөң  «Торатау» Конгресс-холында мөһим ваҡиға – #Өйҙә студенттар форумы үтәсәк. Сара Рәсәй студенттары көнөнә арнала. Форум Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙа уҡыған юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн үҙ ишектәрен аса.

«Өйҙә» студенттар форумы үтәсәк«Өйҙә» студенттар форумы үтәсәк
«Өйҙә» студенттар форумы үтәсәк

Форумға ярашлы,  республика ойошмаларының һәм предприятиеларының кадрҙар хеҙмәттәре менән төрлө осрашыуҙар ҡаралған. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттарында яҡташтар ойошмаларын ойоштороу буйынса стратегик сессия планлаштырылған. Форумды ғәҙәти булмаған «Галстуктарһыҙ осрашыуҙар» тамамлай, унда студенттар ҡыҙыҡлы сәйәсмәндәр, кинорежиссерҙар, йырсылар һәм блогерҙар менән үҙ һорауҙарын биреп аралаша ала.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас