Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2024, 12:05

Тыуған ерҙән ситтә лә үҙ телен онотмайҙар

Министр Ҡаҙағстан йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты.

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин Ҡаҙағстанда эшләгән башҡорт йәмәғәт ойошмалары активистары менән осрашты.

Осрашыу барышында Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү мәсьәләләре ҡаралды. Әйтәйек, был һорауҙар башҡорт телен, башҡорт мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеүгә, Астаналағы һәм Кустанайҙағы йәкшәмбе мәктәптәрен уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеүгә ҡағылды. 

- Тыуған еребеҙҙән сит тә йәшәп тә Ватаныбыҙ менән бәйләнештә йәшәйбеҙ, Башҡортостан ойошторған бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Ҡаҙағстан туған телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнергә теләгән йәш быуынға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт, - тип белдерҙе «Аҡбуҙат» Башҡорт этномәҙәни ойошмаһы рәйесе Урал Аҙнабаев. 

Илдар Мәүлитбирҙин ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле әңгәмә өсөн рәхмәтен белдерҙе.

- Беҙ яҡташтарыбыҙ өсөн башҡорт теле буйынса онлайн-мәктәп ойоштороу хаҡында килештек. Бының өсөн полилингваль мәктәптәрҙең, милли гимназияларҙың уҡытыусыларын йәлеп итәсәкбеҙ. Йәйге осорҙа Ҡаҙағстандан башҡорт балаларын лагерҙарҙа көтөп ҡалабыҙ. Был мәсьәләне лә ҡарарбыҙ, - тип белдерҙе министр. 

Осрашыу һуңында «Аҡбуҙат» Башҡорт этномәҙәни ойошмаһы башҡорт теле класына уҡыу эсбаптары һәм милли костюмдар алыу өсөн сертификаттар тапшырылды, иң әүҙем ағзалар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас