- Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы – Рәсәй Федерацияһында иң ҙурҙарҙың береһе, мәғариф ойошмаларының киң тармаҡлы селтәре һәр уҡыусыбыҙ өсөн тигеҙ мөмкинлектәр бирә. Федераль проекттар ярҙамында учреждениеларыбыҙҙы заманса ҡорамалдар менән яңыртабыҙ, яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, капиталь ремонт үткәрәбеҙ, ҡала ситендәге лагерҙарҙа тиҙ төҙөлә торған яңы конструкциялар төҙөйбөҙ. Төп иғтибарҙы белем биреү процесының йөкмәткеһенә һәм балаларыбыҙҙы тәрбиәләүгә йүнәлтәбеҙ. Беҙҙең профессиональ педагогтар берләшмәһе ҙур эш башҡара, - тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Аҙна буйына Башҡортостандың мәғариф системаһының бөтә кимәлдәре төрлө форматтарҙа тәҡдим ителәсәк: оҫталыҡ дәрестәре һәм презентациялар, практикумдар һәм интерактив осрашыуҙар үтәсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.