Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2024, 14:30

Мөхәббәт ул — яҡты, татлы хыял...

Ҡәҙим Аралбай.   Шиғыры сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Мөхәббәт ул — яҡты, татлы хыял...Мөхәббәт ул — яҡты, татлы хыял...
Мөхәббәт ул — яҡты, татлы хыял...

Мөхәббәт ул — яҡты, татлы хыял,
Бөтә кеше уға табына,
Ә ул бары тынмаҫ эҙәрмәнгә,
Көслөләргә генә табыла.

Шул хыялға әгәр хыянат итһәң,
Ел-дауылда һыныр ҡанатың,
Йондоҙоңдо ҡаплар ҡара болот,
Усағыңдың ҡуҙын таратыр.

Хыялыңа әгәр хыянат итһәң,
Йәшәргә бул әҙер ғазапта,
Йәндәй дуҫың мәңге юғалыр ҙа,
Үкенестәр талар аҙаҡтан.

Хыялына хыянат иткән әҙәм
Түбәнлектән үҙен тыялмай,
Бүтәндәргә ҡарай ғибрәт кеүек —
Ярты уйлы, ярым хыяллы...

Мөхәббәт ул — иң саф, изге хыял...
Һин дә эҙлә ошо хыялды.
Эҙлә,
Тап
Һәм һаҡла ғүмер буйы,
Юҡһа түгел уны тыйырлыҡ!..
(Ҡәҙим Аралбай).

Юлай Кәримов фотоһы.

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас