Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2024, 16:30

Инициатив төркөмгә уңыштар теләйбеҙ!

Ейәнсура районының Ибрай урта мәктәбендә «Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» программаһы буйынса эш ҡыҙыу барҙы: уҡыусылар төркөмдәр менән үҙҙәре һайлаған проекттар өҫтөндә эшләп, яҡлауға сығарҙы.

Инициатив төркөмгә уңыштар теләйбеҙ!Инициатив төркөмгә уңыштар теләйбеҙ!
Инициатив төркөмгә уңыштар теләйбеҙ!

–  "Ял итеү зонаһы", "Ял итеү бүлмәһе","Компьютер класы", Мәктәп медиа системаһы", "Волейбол майҙансығы"  исемле проекттар тәҡдим ителде һәм тауыш биреүгә сығарылды. Уҡыусыларҙа "Компьютер класы" нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятты һәм күпселек тауыш менән был проект еңеп сыҡты! Еңеүсе инициатив төркөмгә артабан да уңыштар теләйек! – тип хәбәр итә улар.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас