Быны күреп, ҡыҙы әсәһенән: «Әсәй, ниңә гел шулай эшләйһең?» – тип һорағас, әсәһе уға: «Һинең атайың башҡалар өсөн ябай утын ярыусы ғына, ә беҙҙең йорт эсендә ул – йорттоң батшаһы, шуның өсөн дә мин уның менән батшалар кеүек мөғәләмә итәм», – тип яуап бирә.
Ир кешенең йорттағы роле ҙур. Шуның өсөн һәр ваҡытта йортта ла, балаларҙың алдында ла уны ҡәҙерләп, ихтирам итеп торорға ҡушыла. Ислам динендә: «Иреңде ихтирам итеүең үҙеңдең ихтирамыңды арттыра, ә уны ҡәҙерләүең үҙеңдең ҡәҙереңде генә үҫтерә» , – тиелә.
Әбү Һөрәйрә бәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең һүҙҙәрен еткереп: «Әгәр миңә кешеләрҙән кемгә лә булһа икенсе береһенең ҡаршыһында сәждә ҡылырға әмер итергә тура килһә, мин, әлбиттә, ҡатынға иренә сәждә ҡылырға әмер итер инем», – тигән.
Фото: Т. АМАНОВ.