Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте Рөстәм Моратов әйтеүенсә, Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында тауар әйләнеше 11 ай эсендә 3,1 процентҡа артҡан, уҙған йылға ҡарағанда – 440 млн долларға тиклем. Экспорт үҫеше 6,1 процентҡа тиклем үҫкән.
– 90 процентҡа яҡын экспорт сеймал һәм энергетика булмаған тармаҡҡа тура килә. Айырыуса туҡланыу продукттарын һәм төҙөлөш материалдарын экспортлау күләме артҡан, – тип белдерҙе Рөстәм Моратов.
Бер нисә көндән Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанға эш сәфәре менән барасаҡ. Эшлекле осрашыуҙар «Ҡаҙағстан – Башҡортостан» форумында ҡатнашыу көтөлә.
– Ҡаҙағстан һәм Беларусь – Башҡортостан менән әүҙем хеҙмәттәшлек алып барған дәүләттәр. Беҙҙең юл карталарында гуманитар хеҙмәттәшлеккә лә иғтибар бүленергә тейеш. Атап әйткәндә, «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса Ҡаҙағстанға ветерандарҙы ял итергә ебәреү ҡарала», – тип белдерҙе Радий Хәбиров.