Бәхетем булып кил яныма,
Ҡояшым бул йәшлек яҙыма.
Юғалаһы булма, юғалтма,
Минең барлығымды онотма.
Һөйләр һүҙең булһа, йәшермә,
Ҡарашыңды алма, йәшенмә,
Кәрәкһә, ҡыҫылмам эшеңә,
Тик керермен һәр саҡ төшөңә.
Йөрәгеңде, зинһар, бикләмә,
Ышанһаңсы икән үҙемә,
Алдағандыр, бәлки, башҡалар,
Ә минең эшем юҡ башҡала.
Күҙҙәреңдән наҙҙар ҡойолһон,
Өләш бер күңелең йылыһын.
Шул мәлдә үҙең дә тойорһоң
Һөйөүҙең көслөһөн, татлыһын.
Юлай Кәримов фотоһы.